Муниципальное автономное образовательное учреждение дополнительного образования
«Научно-информационно-методический центр»
городского округа город Уфа Республики Башкортостан

31 ғинуар «Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2025» ҡала конкурсының һуңғы этабы үтте

31 ғинуар «Баш ҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы – 2025» ҡала конкурсының һуңғы этабы үтте

     Конкурстың был этабы сиктәрендә социаль селтәрҙә “Башҡорт теле уҡытыусыһына һорау бир” акцияһы иғлан ителгән ине. Акция буйынса һәр теләгән кеше: уҡыусы, уҡытыусы, журналистар, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре башҡорт теленә, мәҙәниәтенә, тарихына, тәрбиә һәм белем биреү мәсьәләләренә бәйле уҡытыусыларға һорауҙар әҙерләп ебәрҙе.

Иң ҡыҙыҡлы, көнүҙәк тип табылғандары матбуғат конференцияһында яңғыраны.

   Һорау биреүселәр араһында Мостай Кәрим исемендәге йәштәр театры актёры Динислам Фуат улы Сафин, башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Рәүил ҡыҙы Йосопова, Ырымбур өлкәһенән Рәсәй Федерацияһының «Иң яҡшы уҡытыусылар конкурсы еңеүсеһе», «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» Саниә Сәйет ҡыҙы Ҡузбаева, «Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының» башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы доценты, филология фәндәре кандидаты Зөләйха Әхмәт ҡыҙы Хәбибуллина, «Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының» башҡорт филология факультеты деканы Ләйлә Миҙхәт ҡыҙы Хөсәйенова, «Ағиҙел» журналының әҙәбиәт  һәм мәҙәниәт бүлеге мөхәррире, шағирә Гөлнара Нәжип ҡыҙы Хәлфетдинова, Башҡортостан Республикаһының Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Зөлфәр улы Байымов, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары һәм магистранттары бар ине.

      Конкурс һынауы өсөн максималь баһа 40 балл тәшкил итте. Уның критерийҙары: профессиональ-шәхси позицияның ҡиммәтле ҡараштары һәм ышандырырлыҡлығы, проблемаларҙы киң күреү һәм тәҡдим ителгән ҡарарҙарҙың үҙенсәлеклелеге, ҡатнашыусыларҙың фекерләү конструктивлығы һәм уларҙың аралашыу һәләте.

 Иң яҡшы уҡытыусының исеме 14 февралдә үтәсәк ябыу тантанаһында иғлан ителәсәк.