Муниципальное автономное образовательное учреждение дополнительного образования
«Научно-информационно-методический центр»
городского округа город Уфа Республики Башкортостан

Уважаемые коллеги, обучающиеся и их родители!

Сегодня мы празднуем три знаменательные даты: 34-летие принятия Декларации о государственном суверенитете Российской Федерации, 450-летие основания Уфимской крепости и 270-ую годовщину со дня рождения национального героя Салавата Юлаева.

12 июня – это праздник для всех, кто дорожит Россией, Республикой Башкортостан, любит свою землю и готов жить и трудиться во имя её процветания.

Мы хотим видеть нашу Родину сильной и гордимся тем, что Уфа укрепляет свои позиции как крупнейший экономический, научный и культурный центр с богатым духовным и историческим наследием.

Уважаемые педагоги! Во всем этом есть весомая часть вашего труда, таланта и любви к родному городу. Выражаю искренние слова благодарности за вклад в патриотическое воспитание обучающихся!

Пусть наша столица будет цветущей, вечно молодой, а жизнь каждой уфимской семьи наполнена радостью, душевным теплом и надеждой на лучшее.

От всей души поздравляю всех с праздником! Желаю здоровья, добра
и мира, благополучия, успехов во всех начинаниях!

Директор МБОУ ДО «НИМЦ» Л. Т. Акбулатова

Хөрмәтле коллегалар, уҡыусылар һәм ата-әсәләр!

Беҙ бөгөн өс әһәмиәтле датаны билдәләйбеҙ: Рәсәй Федерацияһының дәүләт суверениты тураһындағы декларация ҡабул итеүҙең 34 йыллығы, Өфө ҡәлғәһенә нигеҙ һалыныуға 450 йыл һәм милли геройыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуыуына 270 йыл.

12 июнь Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһын ҡәҙерләгән, үҙ ерен яратҡан һәм уның мәнәфәғәттәре менән йәшәгән илһөйәрҙәр байрамы.
Беҙ Ватаныбыҙҙы көслө итеп күрергә теләйбеҙ һәм Өфө ҡалаһының эре иҡтисади, фәнни һәм бай тарихи мәҙәни үҙәк булараҡ үҫешеүе менән ғорурланабыҙ.

Хөрмәтле педагогтар! Был ҡаҙаныштарҙа һеҙҙең дә индергән өлөшөгөҙ ҙур. Йәш быуында ил тойғоһон тәрбиәләүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!
Баш ҡалабыҙ сәскә атһын, һәр саҡ йәш, йәшел булһын, бында йәшәгән һәр ғаилә бәхетле тормош кисерһен.

Барығыҙҙы ла байрам менән ихлас ҡотлайым! Һаулыҡ, бар башланғыстарығыҙҙа уңыштар, тыныслыҡ һәм именлек теләйем!

Фәнни-мәғлүмәти-методик үҙәк директоры Аҡбулатова Л.Т.