Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының «Оҫталыҡ дәресе» этабы үтте
28 ғинуар Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында «Башҡортостандың баш ҡалаһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2025» ҡала конкурсының «Оҫталыҡ дәресе» этабы үтте. «Оҫталыҡ дәрестәрендә» 11 башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы көс һынаштылар. Һәр ҡатнашыусы үҙенең педагогик тәжрибәһен, шулай уҡ төрлө технологияларҙы, алымдарҙы ҡулланыу оҫталығын күрһәтте.
Педагогтар башҡорт телен өйрәнеүҙә төрлө алымдар һәм системалы эшмәкәрлектең төп принциптары менән таныштырҙылар, интонация күнекмәләрен файҙаланыу һәм акростих төҙөү буйынса тәжрибә уртаҡлаштылар.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусыларҙың мотивацияһын формалаштырыуҙа халыҡ педагогикаһының роле тураһында, уйын алымдарын ҡулланып уҡыусыларҙың телмәр кимәлен камиллаштырыу тураһында һөйләнеләр. 31 ғинуарҙа конкурстың һуңғы туры – «Йыл уҡытыусыһына һорау» матбуғат конференцияһы үтәсәк.